✅Йәй миҙгеле — һыу инергә иң яратҡан ваҡыт. Әммә был рәхәтлек йыш ҡына ҡурҡыныс менән с... — 3 июля 2026 г. в 05:23:01.210
✅Йәй миҙгеле — һыу инергә иң яратҡан ваҡыт. Әммә был рәхәтлек йыш ҡына ҡурҡыныс менән сиктәш. Быйыл да Талҡаҫ күлендә ҡот осҡос хәл булды: көслө ел һәм тулҡындар ике ҡыҙҙы ярҙан алыҫ алып киткән. Ҡотҡарыусылар тиҙ арала кәмә менән ярҙамға килде, әммә был ваҡиға тағы бер ҡат иҫкәртә: һыу ялған ғүмергә хәүефле! 📌 Иң мөһиме — балалар! Ата-әсәләр, балағыҙҙы күҙҙән ысҡындырмағыҙ! 📌 Бер нисә ҡағиҙәне иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ✅Тик махсус йыһазландырылған пляждарҙа ғына һыу инергә; ✅Балаларҙы яр буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ; ✅Көслө ел, ямғыр йәки тулҡын булһа, һыуға кермәгеҙ; ✅Ҡотҡарыу постары янында булығыҙ. 👉Һыу — тормош, әммә ул ғүмерҙе өҙә лә ала. Үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы ла һаҡлағыҙ! #ҺаҡБулығыҙ #Ҡотҡарыусылар #Йәй #АВЦ #РовесникСибай #каникулы #КДНИЗПСИБАЙ #БашМолодёжь

