Салауат Башҡорт дәүләт драма театры 93-сө ижад миҙгелен ҙур премьера менән япты
Салауат Башҡорт дәүләт драма театры 93-сө ижад миҙгелен ҙур премьера менән япты 30 йылдан һуң театр коллективы йәнә Әнғәм Атнабаевтың киң билдәле «Игеҙәктәр» комедияһын сәхнәләштерҙе. Был юлы пьеса замансалаштырылып Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илдар Вәлиев тарафынан ҡуйылған. Тамашасы премьераны бик йылы ҡабул итте, артистарҙы аяғүрә баҫып алҡышланы.