Алтын юбилейығыҙ менән, ҡәҙерле Наҙгөл Булат ҡыҙы! ✨ — 25 августа 2026 г. в 06:11:53.688
Алтын юбилейығыҙ менән, ҡәҙерле Наҙгөл Булат ҡыҙы! ✨ Бөгөн сағыу актриса, Салауат дәүләт башҡорт драма театрының биҙәге, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Иҫәнбаева Наҙгөл Булат ҡыҙы үҙенең 50-йәшлек күркәм юбилейын билдәләй! Ярты быуат ғүмер - ул өлгөргән матурлыҡ, аҡыл һәм юғары оҫталыҡ йәше. Һеҙҙең сәнғәттәге юлығыҙ-сәхнәгә тоғролоҡ, иҫ киткес талант һәм тамашасыға хеҙмәт итеү тарихы. Һеҙҙең ролдәр һәр ваҡыт ихласлыҡ һәм тамаша залын мауыҡтырған эске көс менән тулы. Матур ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлап, һеҙгә ижади үрҙәр, бәхет-шатлыҡтар, ғаилә именлеге, сәләмәтлек һәм оҙон-оҙаҡ сәхнә күрке булып, тамашасыларҙы ҡыуандырыуығыҙҙы теләйбеҙ! 💖 Ҡотлайбыҙ! 🎭🌹

