Кисә "Йәшәгән, ти..." спектакле Башҡортостандың халыҡ артисы Яҡуп Шәриповтың тыуған яғы...
Кисә "Йәшәгән, ти..." спектакле Башҡортостандың халыҡ артисы Яҡуп Шәриповтың тыуған яғы - Ишембай районы Этҡол ауылында уйналды. Ҡуйыусы режиссеры - Лиана Ниғмәтуллина. Тамашасы хистәре: ✍ Бөгөн Салауат башҡорт драма театры артистары ҡуйған осетин драматургы Георгий Хугаевтың «Йәшәгән, ти» спектаклен ҡараныҡ. Был спектакль бик уйландыра, тоғролоҡ тураһында, һәм бик тә ҡыҙғаныслы. Төп ролдәрҙә уйнаған артистарға ҙур рәхмәттәремде еткерәм. 🙏❤ Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләп ҡалам🤲 ✍ Тағын бер тапҡыр Салауат башдрам театры артистарының үҙ ролдәрын оҫта башҡарыуына һоҡланып ултырҙыҡ. Иҫ киткес! 💞💞👍👍 Спектакль уйландыра, хайуандар ҡылығында кешеләрҙе күреп белдек. Театр коллективына тағы ла ижади уңыштар теләйбеҙ! 💞💞💐💐💐 ‼Тиҙҙән "Йәшәгән, ти..." спектаклен Өфө тамашасылары ла күрә ала. ⚡27 октябрь М.Ғафури исем.БАДТ сәхнәһендә киске сәғәт 7-лә. Билеттар Салауат театры сайтында һатыуҙа. Пушкин картаһы ғәмәлдә.