🔥Салауат театры Өфөгә йыйына!
🔥Салауат театры Өфөгә йыйына! 27 октябрь беҙҙең ижади коллектив М.Ғафури исем. БАДТ сәхнәһендә осетин драматургы Георгий Хугаевтың "Йәшәгән, ти..." спектаклен уйнаясаҡ. Ҡуйыусы режиссеры - Лиана Ниғмәтуллина. 🎭 Тарих үҙәгендә - хужаһына ғүмер буйы тоғро хеҙмәт иткән эт Туҙар. Әммә бер көндө ул ғазаплы һайлау алдында ҡала: йәш Бүрегә ҡарата хистәрме, әллә ғүмер буйы хеҙмәт иткәндәргә бурысмы. Спектакль яҡындарыбыҙға, тирә-йүндәгеләргә ҡарата мәрхәмәтлерәк һәм миһырбанлыраҡ булырға өйрәтә. ✨️ Ролдәрҙә: Башҡортостанды халыҡ артистары Яҡуп һәм Гөлсәсәк Шәриповтар, Фәтих Ҡолһарин, Гөлфирә Сәфиуллина, Наҙгөл Иҫәнбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Фазылов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рафаэль Ғәйнуллин, Әмир Үтәбаев, артистар Айһылыу Лоҡманова, Артур Таджидинов. Төп Туҙар ролендә - Радмир Дәүләтбаев. ✅ Билеттар театр кассаһында һатыуҙа - 8 (347) 272-35-33 ✅ Онлайн билеттар - vk.cc/d24ho7 ✅ Пушкин картаһы ғәмәлдә