Берҙәмлек менән көслөбөҙ — 31 марта 2026 г. в 09:40:41.035
Берҙәмлек менән көслөбөҙ Билдәле фотограф Африканың иң төпкөлөндә йәшәгән халыҡ янына эш сәфәре менән бара. Ул яланаяҡ йүгереп йөрөгән балаларға ярыш ойоштормаҡсы була. – Кем дә кем күрһәтелгән арауыҡта беренсе килә, шуға бер кәрзин тәмлекәстәр биреләсәк, – ти ул, ярыш шарттарын аңлатып. Старт бирелә. Бер-береһен уҙырға тырышып йүгерергә тейеш балалар бер рәткә теҙелеп етәкләшәләр ҙә атлап ҡына финиш һыҙығына табан китеп баралар, ти. Фотограф быларға аптырап ҡарап тора. – Һуң, иң етеҙ, иң шәп йүгереүсе арағыҙҙа юҡмы ни? Бер кәрзин тәмлекәстәр берәүҙең дә эсен тишмәҫ ине, – ти ул. – Берҙәмлек менән көслөбөҙ, – ти балалар. – Ҡырағай тәбиғәттә ауыр саҡта бер-беребеҙгә таянмаһаҡ, беҙ йәшәй ҙә алмаҫ инек... Хөрмәтле уҡыусылар! Ысынлап та, бер-беребеҙгә кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙайыҡ! Ауырлыҡтарҙы бергәләп үткәрергә тырышайыҡ.

