Изгелек ҡылырға ашығайыҡ! — 1 июля 2026 г. в 10:55:22.629
Изгелек ҡылырға ашығайыҡ! Бер ваҡыт батша баҡсаһында емеш ағасын ултыртыусы ҡартты күреп ҡала ла уның янына туҡтала. – Эй, ҡарт, – ти ул, мыҫҡыллы көлөмһөрәп. – Ғүмер көҙөң етеп килгәндә ниңә ерҙә сосҡсоноп этләнәһең? Ә, аңланым! Өлкәндәр беҙҙең турала ҡайғыртҡандар, беҙ ҙә киләсәк быуын өсөн яуаплыбыҙ, тип аҡыл һатырға уйлайһыңдыр инде. Тик... әллә ҡайҙа тороп ҡалған үткән ваҡыт менән, ниндәй икәне лә билдәһеҙ булған киләсәк тураһында уйланыуҙан ниндәй фәтеүә бар? Кеше бөгөнгөһө менән йәшәргә тейеш! – Эй, батша! Һинең менән һүҙ көрәштереү, әлбиттә, урынһыҙ! Әммә шуны ғына әйтә алам. Әгәр ҙә кеше үткәнен уйлағыһы килмәй икән, тимәк, уның өсөн ул булғанынан булмағаны яҡшы. Киләсәген ҡайғыртмаһа – унан ҡурҡа. Бындай әҙәмдең бөгөнгөһө бармы икән?! Хөрмәтле дуҫтар! Яңы йылға аяҡ баҫҡанда үткәндәребеҙҙе уйлап йыуанырға, бөгөнгөбөҙ өсөн шатланырға, киләсәгебеҙ өсөн дәртләнеп изге эштәр эшләргә яҙһын!

