Ҡырҡ йыл иңгә-иң терәп — 8 июля 2026 г. в 17:14:49.874
Ҡырҡ йыл иңгә-иң терәп Бындай парҙар күптәргә үрнәк. Ғафури районының Үҙбәк ауылында йәшәүсе Гөлнәзирә Рәис ҡыҙы менән Илфат Тәлғәт улы Ғәлиндар ҡырҡ йыл иңде-иңгә терәп йәшәгән өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Ғаилә башлығы егерме биш йыл Үҙбәк ауылы мәҙәниәте йортонда эшләй. Бөгөнгө көндә ошо ауылдың имамы. Гөлнәзирә Рәис ҡыҙы утыҙ биш йыл Үҙбәк урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы була, рәсем, технология предметтарынан уҡыта. Әлеге ваҡытта Үҙбәк ауылы китапханаһында эшләй. Силәгенә күрә ҡапҡасы, ти халыҡ. Ҡулға-ҡул тотоношоп дүрт тиҫтә йыл ғүмерҙе бергә үткән был парға ҡарап, уларҙы иң тәү сиратта ихласлыҡ кеүек әҙәм балаһына бирелгән матур сифаттарҙың береһе берләштереүен аңлайһың. Ейән-ейәнсәрҙәренә лә өлгөлө олатай менән өләсәй улар. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән! Тулыһынса: https://shonkar.com/news/y-m-i-t/2026-07-08/yr-yyl-i-g-i-ter-p-4745271 [Ссылка] Ҡырҡ йыл иңгә-иң терәп https://shonkar.com/news/y-m-i-t/2026-07-08/yr-yyl-i-g-i-ter-p-4745271

