Ҡыҙ балаға атай йылыһы мөһим — 20 июля 2026 г. в 09:58:20.524
Ҡыҙ балаға атай йылыһы мөһим Улай икән, ҡыҙ бала үҙен кәрәкмәгән, ҡәҙерһеҙ итеп тойоп үҫә. Ҙур үҫкәс, арыу тормош иптәше осратыуы ла икеле. Ни өсөн тигәндә, уның күңеленә атаһы кеүек ир образы һалынған. Үҙе лә һиҙмәҫтән шундайыраҡ егетте йәлеп итә. Ҡыҙға атаһынан яҡлаулы булыу һәм яратыу тойғоһо ҡабул итеү мөһим. Ул яҡлаулы, һаҡлаулы һәм яратыуға, ихтирамға лайыҡ гүзәл зат! Ошо уй бәләкәй сағында уҡ күңеленә инеп ояларға тейеш. Бала сағында атай һөйөүен күрмәгән, ә хәҙер ир затына ышана алмаған, уларҙан ҡурҡҡан ҡыҙҙарға түбәндәге тәжрибәне тәҡдим итәбеҙ. “Атай йылыһы” тип атала ул. Бик көслө психолог Светлана Тишкованың “Расскажи мне о любви” тигән китабынан алынды. Быны даими рәүештә эшләгәндә, ҡатын-ҡыҙ психикаһы үҙенә кәрәкле көстө туплар. Һәр пункттан һуң күҙҙәрегеҙҙе йомоп, мөмкин тиклем сағыуыраҡ итеп күҙ алдына килтерегеҙ. 1. Күҙеңде йом. 2. Үҙеңде бәләкәй генә ҡыҙыҡай итеп күҙ алдына килтер. Ниндәй ул? 3. Эргәңдә һинең донъялағы иң шәп атайың баҫып тора тип күҙ алдына килтер. 4. Ул һине көслө ҡулдары менән ҡосаҡлаған һәм күкрәгенә ҡыҫа. 5. Һиңә тыныс, бер хәүеф тә янамай, ҡурҡыу, проблемалар юҡ. Барыһын да атайың үҙ елкәһенә алған. Ә һиңә тик яратыу ҡалдырған. 6. Атайың башыңдан һыйпай һәм һин тағы ла нығыраҡ тынысланаһың. Уның һәр ҡағылыуынан үҙеңде нығыраҡ яҡлаулы һәм яратылған итеп тояһың. 7. Һиңә был донъяла бар нәмә лә етә тип тойорға тырыш. Яратыу, йылылыҡ, наҙ, ышаныу, хәүефһеҙлек, ирек, ҡабул итә белеү. 8. Бындай йылылыҡ һәм атай һөйөүенән үҙеңде Ерҙең кендеге итеп тойорға тырыш, атай һөйөүе һиңә йүнәлгән. 9. Уй менән генә күҙеңде ас һәм һиңә яратып баҡҡан атайыңа күҙ һал. Ул һиңә яратып ҡарай, һоҡланыуын йәшермәй. Быны асыҡ итеп күрергә, тойорға тырыш. 10. Атайың әйткән һүҙҙәрҙе ишетергә тырыш: “Һин иң матур ҡыҙыҡай! Һин иң аҡыллы ҡыҙыҡайым минең! Һин иң уңышлыһы!” Был һүҙҙәрҙән һин тағы ла нығыраҡ тынысланаһың. 11. Был һүҙҙәрҙән һуң һин атайыңдың көсөнөң энергияһы менән үҙеңде бер бөтөн итеп хис ит. Һеҙ айырым кешеләр, әммә энергия кимәлендә бергә. 12. Бындай иғтибар һәм йылылыҡтан һуң һин тормошта ышаныслы баҫып атларға әҙер икәнлегеңде той. 13. Атайың ҡулдары аша был тормош һинең өсөн хәүефһеҙ икәнлеген кисер. Һин донъянан рәхәтлек, ләззәт алырға, үҙ тормошоңа үҙең хужа булырға әҙер. 14. Атайың сикһеҙ бәхеттең нимә икәнлеген күрһәтте, хәҙер һин ошо тойғо менән көслө һәм бәхет башҡа кешеләрҙән тормай икәнлеген аңланың. 15. Үҙеңдә ошо тойғоларҙы һаҡла: һине атайың ярата, тормош хәүефһеҙ, был донъяла һиңә бар нәмә лә етә. 16. Ә хәҙер уйлап ҡара: ошо тойғолар менән һин нисек йәшәр, кешеләр, балаң менән аралашыр, эштәреңде башҡарыр, үҙеңде үҫтерер инең? 17. Шунан һуң, атайыңдан алған ошо мөхәббәтте ҡыйынлыҡ кисергән мәлдәреңдә иҫеңә төшөр. Был мөхәббәт барҙа үҙеңде нисек тотор инең? Әлбиттә, икенсерәк, шулай бит? Атай йылыһын, атай һөйөүен үҙендә йөрөткән ҡатын-ҡыҙ һин хәҙер. Ысын тормошта ҡатын-ҡыҙ атай йылыһын күрмәгән хәлдә лә ошо практиканы даими рәүештә эшләһә, үҙенә ныҡ ҡына ярҙам итер. Гөлсинә ЙОСОПОВА, психолог.

