Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитова бөгөн үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Был ғәжәйеп актрисан... — 4 июня 2026 г. в 07:40:23.965
Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитова бөгөн үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Был ғәжәйеп актрисаның исеме күптән инде фиҙаҡәрлек, талант һәм сәхнәгә булған ысын мөхәббәт синонимына әйләнгән.🎭 Театрҙа уны һәр саҡ көтөп алалар – тамашасылар ҙа, бергә эшләгән коллегалары ла. Сөнки Зифа Ғаяз ҡыҙының һынландырған һәр роле күңел йылыһы һәм иҫ киткес ихласлыҡ менән һуғарылған. Ул күп быуын тамашасылар өсөн уларҙың тормошоноң бер өлөшөнә әүерелде – күҙ йәштәре, уйын-көлкө аша шатлыҡ өләште һәм мөғжизәгә ышаныс бүләк итте. Зифа Ғаяз ҡыҙының ижад юлында тиҫтәләгән сағыу ролдәр тыуҙы, меңәрләгән алҡыштарға күмелде, әммә уның иң ҙур ҡаҙанышы – тамашасыларҙың ҙур һөйөүе һәм коллегаларының ихтирамы . Эргәбеҙҙә шундай ғәжәйеп йәнле, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡомарлы, рухландырыусы ижади кеше эшләүе менән ғорурланабыҙ. Ҡотлайбыҙ Һеҙҙе, ҡәҙерле Зифа Ғаяз ҡыҙы! Был көнөгөҙ йылылыҡ бөркһөн, иғтибарға тулһын, бәхет нурынан яҡтырһын, һәр миҙгелегеҙ яңы шатлыҡлы асыштар килтерһен, рәхмәтле тамашасылар һәм сағыу ролдәр бүләк итһен! ЮБИЛЕЙЫҒЫҘ МЕНӘН! 🎉💐 ________ Сегодня свой 75-летний юбилей отмечает — Зифа Гаязовна Баязитова. Имя этой удивительной актрисы давно стало синонимом самоотверженности, таланта и настоящей любви к сцене.🎭 Её появление в театре всегда ждут и зрители, и коллеги — ведь каждая роль, воплощённая Зифой Гаязовной, наполнена сердечностью, глубиной и потрясающей искренностью. Для многих поколений зрителей она стала частью их жизни — трогала до слёз, заставляла смеяться, дарила радость и веру в чудо. За плечами Зифы Гаязовны — десятки ярких ролей и тысячи аплодисментов, но главное её достижение — это огромная любовь публики и уважение коллег. Мы гордимся тем, что рядом с нами работает человек с такой удивительной душой, неиссякаемой энергией и творчеством, вдохновляющим многих. Поздравляем Вас, дорогая Зифа Гаязовна! Пусть этот день будет озарён теплом, вниманием и счастьем, а каждый новый сезон дарит Вам радость открытий, встречи с благодарными зрителями и новые яркие роли! С ЮБИЛЕЕМ 🎉 💐