Перейти к содержимому
Максиметер

💯 Урал аръяғы егеттәре һәм ҡыҙҙары өсөн яҡшы яңылыҡ.

💯 Урал аръяғы егеттәре һәм ҡыҙҙары өсөн яҡшы яңылыҡ. 👳Бер йыл элек Башҡортостан Хөкүмәте ҡушыуы буйынса Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалы һәм Сибай медицина колледжы менән берлектә, табиптар әҙерләү программаһын ғәмәлгә ашыра. 📌 Беренсе һөҙөмтә бар – ете студент Сибайҙа беренсе курсты уңышлы тамамланы. Башланғыс бик дөрөҫ. Баймаҡ районынан һәм яҡын-тирәләге райондарҙан балалар тыуған йорттарына яҡында медицинаға юл алды. Студенттар дөйөм белем биреү нигеҙҙәрен Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалында, ә профилле дисциплиналарын медицина колледжында өйрәнә. Сығымдар кәмерәк, күсенеүе еңел еңел, ышаныслы башланғыс. Артабан икенсе курс студенттары Өфөлә, БДМУ-ла һәм Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында уҡыуын дауам итәсәк.  📍 Кампус үҙенең биләмә сиктәрен киңәйтә һәм баш ҡалала ғына түгел, республиканың алыҫ райондары өсөн дә эшләй башлай.   – Башҡортостанға табиптар кәрәк. Һәм беҙ төбәктең төрлө мөйөштәренән һәләтле балалар медицина уларҙың юлы икәнен күрһен, ә республика ярҙам итһен өсөн ошондай ҡарарҙар эҙләйәсәкбеҙ, – тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Автор: Р. Мусина. Фотолар сығанағы: Өфө фән һәм технологиялар университеты.

1 889 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

478 подписчиков · Школы и вузы

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Школы и вузы»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.