Эске эштәр министрлығы иҫкәртә – дача миҙгеле башланыу менән мутлашыусылар ҙа әүҙемләшк... — 29 апреля 2026 г. в 02:28:05.456
Эске эштәр министрлығы иҫкәртә – дача миҙгеле башланыу менән мутлашыусылар ҙа әүҙемләшкән. Улар баҡса өсөн ялған онлайн-магазиндар эшләй. Бындай сайттарҙа «бик отошло тәҡдимдәр» осрарға мөмкин. Мәҫәлән, түбән хаҡҡа теплица, ашлама, бензин бысҡылары. Тауарҙы һатып алыу өсөн тулыһынса алдан түләргә кәрәк. Әммә бынан һуң заказ килмәй, сайт эшләүҙән туҡтай. Хәүеф төркөмөндә — өлкән быуын кешеләре. Нәҡ улар йыш ҡына ошондай мутлыҡтарҙың ҡорбаны була. Беҙ карточкалар рәүешендә шпаргалкалар эшләнек — мутлашыусылар тоҙағына ҡапмаҫ өсөн төп ҡағиҙәләр. Һаҡлағыҙ һәм яҡындарығыҙға ебәрегеҙ! Шулай уҡ ҡарағыҙ: Өлкәндәрҙе БАДтар һатыу аша алдау схемаһы Мутлашыусылар йорт чаттарында нисек эшләй Мутлашыусылар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ялған түләү ҡағыҙҙары ебәрә Мутлашыусылар домофонды алмаштырыу һылтауын ҡуллана #Аңлатабыҙ_Башҡортостан #ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

