Совет Сельского Поселения Баимовский Сельсовет Муниципального Района Абзелиловский Район Республики Башкортостан
Новости · 1 июля 2026 г.
Үткән шәмбелә, Байым биләмәһенең иң матур урындарының береһе - Ҡыҙыл йылғаһы буйында ҙу... — 1 июля 2026 г. в 06:59:32.815
Үткән шәмбелә, Байым биләмәһенең иң матур урындарының береһе - Ҡыҙыл йылғаһы буйында ҙур йыйын үтте. Бында Бәхтиәр һәм Фәридә Хөсәйеновтар вариҫтары Шәжәрә байрамы үткәреп, өсөнсө тапҡыр үҙ туғандарын барларға йыйылды. Аллаһы тәғәләнең рәхмәте менән көн дә бик матур булды. Һәр ғаилә үҙҙәре менән таныштырғандан һуң төрлө уйындар, ярыштар, концерт номерҙары менән аралашып көнө буйы дауам итте. Гөлнара Зекрина ғаиләһе менән уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Бындай байрам киләсәк быуын өсөн бик кәрәк. Балалар үҙҙәренең тамырын белеп, туғандары менән аралашып, кәрәк саҡта ярҙам итеп йәшәһен. Байрамдан бер генә кеше лә бүләкһеҙ ҡайтманы. Иң һуңында күмәкләп фотоға төшөп, ике йылдан тағы осрашырға һүҙ ҡуйышып, байрамды ойошторған Бәхтийәр олатайҙың ейәне Марс Әбделхай улына һәм уның ғаиләһенә ҙур рәхмәттәр әйтеп таралышты Хөсәйеновтар.

