Совет сельского поселения Киекбаевский МР Бурзянский район РБ
Без категории · 11 декабря 2025 г.
1 декабрь 2024 йыл өсөн транспорт, ер, мөлкәт һалымдарын түләү ваҡыты сыҡты. Кем ваҡыты... — 11 декабря 2025 г. в 18:28:16.906
1 декабрь 2024 йыл өсөн транспорт, ер, мөлкәт һалымдарын түләү ваҡыты сыҡты. Кем ваҡытында түләп өлгөрмәгән - бурыслылар иҫәбенә инеп ҡалды. Ваҡытында түләнмәгән һалым өсөн уларға көн һайын пеня өҫтәлеп барасаҡ. Әгәр 1 ғинуарға тиклем һалым буйынса бурыстар ҡапланмаһа бурыслылар транспорт һалымының түбәнәйтелгән ставкаһын ҡуллана алмаясаҡ. Бынан тыш, һалымдарҙы ваҡытында түләмәү суд сығымдарына, иҫәптәге аҡсаны, мөлкәтте аресҡа алыуға, Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығыуҙы тыйыуға килтерәсәк. Һалым бурысын һалым түләүсенең Шәхси кабинеты йәки уның “Налоги ФЛ” мобиль версияһы, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша тикшерергә мөмкин. Һалым бурыстарын ҡапларға һәм Яңы йылды бурыстарһыҙ ҡаршыларға саҡырам! #В_Новый_год_без_долгов

