Совет сельского поселения Старомунасиповский сельсовет МР Бурзянский район РБ
Политика · 26 марта 2026 г.
Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡытыусыһы Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы Истәкова Регион ара XXXI "Башҡор... — 26 марта 2026 г. в 05:50:22.156
Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡытыусыһы Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы Истәкова Регион ара XXXI "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсының ярым финалына үтеп, "Белем биреүҙең этномәҙәни компонентын үҫтереүе өсөн" номинацияһына эйә булды һәм Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хөрмәтенә булдырылған һәм Башҡарма комитет тарафынан раҫланған "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы менән бүләкләнде. Хөрмәтле Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы! Юғары награда алыуығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Һеҙҙең мәғарифты үҫтереүгә индергән өлөшөгөҙ, күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәтегеҙ оло баһаға лайыҡ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ижади уңыштар, яңы һөнәри ҡаҙаныштар теләйем!

