СОВЕТ СЕЛЬСКОГО ПОСЕЛЕНИЯ ЮМАШЕВСКИЙ СЕЛЬСОВЕТ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БАЙМАКСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Новости · 9 апреля 2026 г.
Бөгөн Йомаш ауылында ауыл Советы ултырышы үтте.Унда Йомаш ауыл биләмәһе башлығы Барый Ф... — 9 апреля 2026 г. в 03:22:45.271
Бөгөн Йомаш ауылында ауыл Советы ултырышы үтте.Унда Йомаш ауыл биләмәһе башлығы Барый Фәйрүз улы Миңлебаев, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Салауат улы Мөхәмәтшин, ауыл активы ҡатнашты. Ултырышта Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы проекттарын урында тормошҡа ашырыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү, милли матбуғатҡа яҙылыу мәсьәләләре күтәрелде. Ауыл активы Ҡоролтайҙың "Сәләмәт ауыл" һәм башҡа конкурстарында әүҙем ҡатнашырға, ошо тәңгәлдә ҙур эштәр атҡарыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Йомаш ауыл биләмәһе башҡорттарының яңы ҡоролтай рәйесе һайланды - берҙәм тауыш менән Әйүпов Айрат Билал улына ышаныс белдерелде. Йыйылышта ҡатнашыусылар "Һаҡмар" гәзитенә дәррәү яҙылып, район кимәлендә үткәрелгән конкурста үҙ көсөн һынап ҡарамаҡсы. Ултырыш бик ойошҡанлы үтте, йомаштар тыуған төйәген үҫтереү буйынса үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты, төрлө саралар үткәрергә һүҙ килеште.

