Совет СП Давлетовский сельсовет МР Абзелиловский район РБ
Без категории · 11 августа 2026 г.
Оло ҡыуаныслы хәбәр! — 11 августа 2026 г. в 05:45:48.836
Оло ҡыуаныслы хәбәр! Шайморат менән Гөлнара Ғәлиуллиндарҙың ишегендә бәхет ҡыңғырауы сыңланы — улдары Динир өйләнде. Уның яҙмышына яҙылған, тиң яртыһы булып, йортҡа матур кәләш Лиана килде. Бөгөн тормошоғоҙҙоң иң гүзәл биттәренең береһе асылды — һеҙ ғаилә ҡорҙоғоҙ! Яңы, йәш ғаилә барлыҡҡа килде. Ҡәҙерле Динир һәм Лиана! Һеҙҙе ысын күңелдән был оло ваҡиға менән ҡотлайбыҙ! Араларығыҙҙа мөхәббәт тәүге көндәгесә саф, ә үҙ-ара аңлашыусанлыҡ мәңгелек булһын. Бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белеп, ауырлыҡтарҙы бергә күтәреп, шатлыҡтарҙы уртаҡлашып, татыу ғүмер итегеҙ. Ғүмер юлығыҙ оҙон, бәхетегеҙ тулы, мөхәббәтегеҙ мәңгелек булһын! #Туй #ЙәшҒаилә #Мөхәббәт

