Совет СП Кирзинский сельсовет МР Караидельский р-н РБ
Без категории · 20 июля 2026 г.
Лёгкого пара — 20 июля 2026 г. в 10:22:34.253
Лёгкого пара ️Не используй для растопки легковоспламеняющиеся жидкости. ️Никогда не закрывай трубу у печки, если дрова ещё не прогорели! Проверить их состояние можно, пошевелив угли кочергой. ️Не перекаливай печь. Не подкидывай сразу много дров за один раз, подкладывай их по мере прогорания. ️Не оставляй топящуюся печь без присмотра. О мерах безопасности на башкирском языке Шәхси йорттарҙа һәм мунсаларҙа сыҡҡан янғындар дөйөм статистикала төп урынды биләй. Ҡапыл сыҡҡан ялҡын хужаларҙың күп йыллыҡ хеҙмәтен юҡҡа сығарып, бар мөлкәтен көлгә әйләндереүе мөмкин. Мунсала хәүеф сығанағы булып ярыҡ мейестәр, мөрйәләргә һөрөм ултырыу тора. Ағас ҡоролмалар, тиҙ тоҡаныусы әйберҙәрҙе лә мунса мейесенә яҡын һалырға ярамай. Бынан тыш, ныҡ эҫелә сабынырға теләп, мейесте ҡыҙыу яғыу ҙа ҡурҡыныс. Заманса мунсаларҙа бөгөнгө көндә кәрәкле бөтә техника — электр уты, йылытҡыс, вентилятор, хатта кондиционер киң ҡулланыла. Әммә электр сымдарының бындай көсөргәнеште күтәрә алмауы ла бар. Шуға күрә электр үткәргестәрҙе, розеткаларҙы даими тикшереп тороғоҙ, лампаға дым һәм быуҙан һаҡлаусы плафон ҡуйығыҙ. Мунсаны ихаталағы башҡа ҡоролмаларға яҡын төҙөмәү хәйерле. Ғәҙәттә, ҡыҙыу ут эргәләге һарай-ҡураға, өйгә тиҙ генә күсеп китеүсән. Усаҡ яҡҡанда күмер-ҡуҙҙар иҙәнгә төшмәүен күҙәтегеҙ, мейес алдына тимер япма һалыу мотлаҡ. Мунса тоҡандырыу өсөн бензин, кәрәсин һәм башҡа хәүефле яғыулыҡ ҡулланмағыҙ, ут өҫтәп тороуҙы балаларға йөкмәтмәгеҙ. #МЧСРоссии #МЧСРБ #ПожарнаяБезопасность

