Совет СП Равиловский сельсовет МР Абзелиловский район РБ
Новости · 4 сентября 2026 г.
🎭 «Доктор» спектакле хәтергә уйыла! — 4 сентября 2026 г. в 17:21:47.160
🎭 «Доктор» спектакле хәтергә уйыла! Оло йәштәге артистар өсөн тәғәйенләнгән ҡарттар йортонда бик етди хистәр ҡайнай. Бында һәр кем – үҙе легенда, уйын-көлкө менән аяуһыҙ ысынбарлыҡ йәнәшә йөрөй. Пансионатҡа йәш табип килгәс, барыһы ла үҙгәрә, ул үҙе менән яңы дауалау ысулдарын ғына түгел, киләсәккә өмөт тә алып килә. 🌟 Сәхнәлә – бөйөк исемдәр һәм йәш йондоҙҙар бергә тупланған! Һеҙҙе сағыу актерҙар составы менән осрашыу көтә, спектакль һеҙҙе көлдөрәсәк, илатасаҡ һәм уйланырға мәжбүр итәсәк. 🎉Театр легендалары: Риф Сәйфуллин, Зифа Баязитова, Нурзиә Әбдрәшитова, Әлфирә Йосопова, Альберт Салауатов, Айгөл Хәкимова, шулай уҡ йәш таланттар: Айгөл Ғөбәйҙуллина, Фидан Шәйәхмәтов, Сәлимә Кинйәғолова. Һәр реплика артында тотош тормош йәшеренгән спектаклде күреү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ! ✅Пушкин картаһы ғәмәлдә. Спектакль башҡорт телендә, рус теленә синхрон тәржемә ителә. 📌 7 сентябрь - Ишҡол 🎫 https://iframeab-pre5405.intickets.ru/seance/74919084/

