Хәйерле көн ауылдаштар! — 5 апреля 2026 г. в 13:57:33.778
Хәйерле көн ауылдаштар! Яңы Бәпес (Ташбаш)ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көнгә тиклем шунда донъя көткән Хәбибуллина Рәбиғә Әхмәҙулла ҡыҙы арабыҙҙан мәңгелеккә баҡыйлыҡҡа күскән. Балаларына, туғандарына һәм барлыҡ күргән белгәндәренә түҙемлек,сабырлыҡ , ауыр ҡайғыларын уртаҡлпшабыҙ. Иртәгә 06.04.2026 йылда мәрхүмә Рәбиғә Әхмәҙулла ҡыҙын һуңғы юлға оҙатыу ойоштороласаҡ. Хәйер бирергә теләүселәр Иҫке Бәпес ауылы Социалистик урамы 5 йортҡа килергә Хәсәнов Рәфилдәргә. Шуның өсөн ауыл халҡына мөрәжәғәт итәбеҙ.Кемдәр битараф булмағандар Ташбаш зыяратына килеп ер ҡаҙышыу мәсъәләһендә ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Мәрхүмәнең гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта булһын.

