💥 Өләсәйеңде һаҡла! — 16 декабря 2025 г. в 10:33:40.963
💥 Өләсәйеңде һаҡла! Мутлашыусылар хәҙер өлкән йәштәге туғандарығыҙға барып етә алмаясаҡ. MAX-та ғаиләнең онлайн-хәүефһеҙлек функцияһы барлыҡҡа килә. 📍Мессенджерҙағы «Ғаилә яҡлауы» («Семейная защита») тигән был опция бөтә яҡындарыңды һәм туғандарыңды мутлашыусыларҙан, спамдан һәм һеҙ теләмәгән контенттан һаҡлай ала. Уның хужаһы бөтәһен дә үҙе көйләй: кем яҙа һәм шылтырата ала, төркөмдөң ағзалары ниндәй контентты күрәсәк һ.б. 📍Опцияны урынлаштырыу өсөн «Приватность» бүлегенә инергә, «Создать защиту» тигән төймәгә баҫырға һәм яҡындарыңды саҡырып код ебәрергә кәрәк. ✅Фото: SHOT телеграм-каналы. ✅Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

