📌📌📌Башҡортостандың Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы линияһы буйынса МХО яугирҙәренә һәм ... — 18 мая 2026 г. в 06:23:19.413
📌📌📌Башҡортостандың Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы линияһы буйынса МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә түбәндәге ярҙам саралары тормошҡа ашырыла: ✅Юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыуын тамамлаған МХО яугирҙәренең балаларына стажировкалар ойошторола. ✅МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә консультация һәм психологик ярҙам күрһәтелә. ✅ МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ”Ғаилә” үҙәктәренең Берҙәм телефоны аша консультация, шулай уҡ балалар, үҫмерҙәр һәм ата-әсәләр өсөн Берҙәм Бөтә Рәсәй ышаныс телефоны аша ашығыс психологик ярҙам күрһәтелә. 8-800-347-5000 Линия аноним рәүештә эшләй, республика биләмәһендә бушлай хеҙмәтләндерелә, эш көндәрендә 9-21 сәғәттәрҙә. ✅Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларын эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам. ✅ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип танылған өйҙәрендәге оло йәштәге йәки инвалид ғаилә ағзаларына өйҙә социаль хеҙмәтләндерелә. ✅ Социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары тарафынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың оло йәштәге йәки инвалид, социаль хеҙмәтләндереүҙә мохтаж тип танылған ғаилә ағзаларына ярым стационар формала социаль хеҙмәттәр күрһәтелә. ✅Стационар формала социаль хеҙмәтләндереүҙә мохтаж тип танылған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына социаль хеҙмәтләндереү ойошторола. ✅Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә килемен иҫәпкә алмай, балалалы ғаиләләргә төбәктең айырым социаль ярҙам сараларын ҡулланыуға хоҡуҡ. ✅Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына урта һөнәри белем биреү программаһы буйынса уҡыу хаҡын компенсациялау. ✅ Махсус хәрби операцияла һәләк булған ғаиләгә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күрһәтелә. ✅Хеҙмәт баҙарында һорау менән ҡулланылған һөнәрҙәр буйынса һөнәри уҡыу һәм өҫтәмә һөнәрселек белем алыуға сертификаттар тапшырыла. ✅Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға реабилитацияға сертификаттар менән ярҙам ителә. ✅ Граждандарҙың айырым категорияларына шәхси торлаҡ йорттарҙы газификациялау буйынса дәүләт ярҙамын күрһәтелә.

