Улдар үҫтҽргән әсәйҙҽң — 28 июля 2026 г. в 12:33:11.705
Улдар үҫтҽргән әсәйҙҽң Мҽң хәстәр - иңдәрҽндә. Ер-һыуҙы яттарға бирмәү Бурысы төшә борондан Улдарҙың иңдәрҽнә.(Ғәлиә Кәлимуллина) Махсус хәрби операцияла һәләк булыусы яҡташыбыҙ, Байғужа ауылы батыры Түләбаев Заһир Ғәйнулла улын һуңғы юлға оҙаттыҡ. Түләбаев Заһир Ғәйнулла улы 1987 йылдың 15 сентябрендә Йылайыр районы Байғужа ауылында тыуған. Эшһөйәр ғаиләлә үҫә. Уның ауылдаштары уны юғары гражданлыҡ позицияһы һәм патриотизм тойғоһо булған тыйнаҡ кеше тип атай. Һәр ваҡыт үҙ ғәмәлдәренә яуаплы, ихлас һәм изге күңелле була. 1-11 кластарҙа Байғужа урта мәктәбендә уҡый. Сибай күп профилле колледжына «Файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын ер аҫты эшкәртеү»һөнәре буйынса уҡырға инә. Уҡыған ваҡытта бер нисә тапҡыр саңғы ярыштары, мини-футбол буйынса район ярыштарында ҡатнаша. 2007 йылдың көҙөндә Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр районы хәрби комиссариаты тарафынан Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре сафына саҡырыла. Хәрби Диңгеҙ Флотының яр буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Армия хеҙмәтенән һуң Иркутск ҡалаһында, артабан Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында вахта ысулы менән эшләй. 2025 йылдың 15 октябрендә РФ оборона Министрлығы менән хәрби контракт төҙөй. Ефрейтор Тулябаев Заһир Ғәйнулла улы, Көнсығыш хәрби округының 5-се ГВАРДИЯ ДӨЙӨМ ғәскәр армияһының 60-сы айырым Мотоуҡсылар бригадаһы командиры ҡарамағына алына. 2026 йылдың 24 февралендә ЛНР, ДНР һәм Украина территорияһындағы Зализничное ҡасабаһында һәләк була. Ул Тыуған Ватаныбыҙ именлеге, беҙҙең тыныс һәм бәхетле тормош хаҡына үҙенең хәрби бурысын бөгөнгө көнгә тиклем намыҫлы һәм лайыҡлы үтәне. Үрге Ғәле ауыл биләмәһе халҡы исеменән ата-әсәһенең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Ҡыйыу йөрәкле ул тәрбиәләгәнегеҙ өсөн Һеҙҙең алда оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, түҙемлек һәм сабырлыҡ теләйбеҙ! Заһир тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр...

