Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрь республикала Башҡорт теле көнө билдәлән... — 18 декабря 2025 г. в 12:35:08.647
Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрь республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был көн осраҡлы ғына һайланмаған. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү маҡсаты менән , башҡорт теле көнө уңайынан беҙҙең Ваныш-Алпауыт ауылы урта мәктәбендә “Башҡорт теле аҙналығы” үтте. Аҙналыҡ ҡыҫаларында “Башватҡыстар илендә”, “Башҡортса йәнһүрәт ҡарайбыҙ”, “Әйлән-бәйлән уйнайбыҙ”, “Мәҡәлдәрҙә – халыҡ аҡылы” тигән кластан тыш саралар үткәрелде. Ә 12 декабрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәкимова Сулпан Ғәүис ҡыҙы үткәргән Берҙәм башҡорт теле дәресе аҙналыҡты йомғаҡлап ҡуйҙы. Барлыҡ Башҡортостан халҡын Башҡорт теле көнө менән ҡотлайбыҙ! Поздравляем всех жителей Республики Башкортостан с праздником - Днем башкирского языка”

