#Хужабикәгә🥮🧁🎂🍰 — 25 июля 2026 г. в 07:05:11.266
#Хужабикәгә🥮🧁🎂🍰 Ял көнөндә яҡындарығыҙҙы тәмле бәлеш менән һыйлағыҙ🤗 "Фәрештәнең күҙ йәше" бәлеше 🍰Ҡамыр: 1 йомортҡаны 2 аш ҡалағы шәкәр ҡушып болғатырға. Икенсе һауытта 1 стакандан күберәк онға 1 балғалаҡ ҡабартҡыс (разрыхлитель), ярты ҡап май ҡушып ыуырға. Йомортҡаны ҡушып, ҡамыр баҫырға. Кәрәгенсә он өҫтәргә. Әҙер ҡамырҙы һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. 🍰Эслек: 3 йомортҡаның ағын һарыһынан айырабыҙ (ағына әҙ генә лә һарыһы төшмәҫкә тейеш). Ағын ситкә ҡуйып торабыҙ. Һарыһына 2 ҡап эремсек, 1 бәләкәй һауыт ҡаймаҡ, ярты стакан шәкәр, 1 аш ҡалағы манный ярмаһы һалып, миксер менән туҡыйбыҙ. Ҡамырҙы майланған табаға ҡул менән йәйеп һалабыҙ ҙа, өҫтөнә эслекте ҡойоп мейескә оҙатабыҙ (180°та 40 минут). 🍰Бешеп етергә 5 минут ҡалғас, йомортҡаның ағына ярты стакан шәкәр һалып, миксер менән ҡуйырғансы туҡыйбыҙ. Һауытты әйләндереп ҡарайбыҙ, масса ағып төшмәһә, булған. Мейестән бәлеште алып, өҫтөнә шул массаны һалып, тигеҙләп, тағы 7-10 минутҡа мейескә ҡуябыҙ. Бешкәс мейестән алырға ашыҡмағыҙ, һүнгән мейестең ишеген асып, шунда ҡалдырырға. Күҙ йәштәре һыуынғас ҡына сығасаҡ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын🌷🌷🌷

