Башҡортостандан БПЛА операторы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде — 6 августа 2026 г. в 12:00:55.712
Башҡортостандан БПЛА операторы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде 2023 йылда «Филя» позывнойлы яҡташыбыҙ контракт төҙөп, хәрби хеҙмәткә юллана. Бөгөн ул пилотһыҙ осоусы аппараттар операторы булып хеҙмәт итә. Был осорҙа яугир бер нисә йүнәлештә эшләп, батырлыҡ һәм юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәтә. Ҡаһарманлығы өсөн ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте 122 номеры буйынса белергә мөмкин.

