Бөрйән моряктары МХО-ға Уаз тапшырҙы. — 22 августа 2026 г. в 11:09:07.731
Бөрйән моряктары МХО-ға Уаз тапшырҙы. Бөрйән районының хәрби-диңгеҙ флоты ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән ир-егеттәр төркөмө 2018 йылдан алып төрлө гуманитар ярҙам эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Пандемия осоронда, янғындар булғанда ла ситтә ҡалмайҙар. "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" кеүек хәйриә акцияларында ҡатнашалар. Махсус хәрби операция башланғас та яуҙағы егеттәргә ярҙамды даими күрһәтәләр - мунсалар төҙөп оҙаталар, башҡа кәрәкле әйберҙәр алып тапшыралар. Был юлы моряктар егеттәргә иң кәрәкле булған әйберҙәрҙең береһе - фургонлы Уаз автомашинаһын һатып алғандар. Уны техник яҡтан рәтләп, сираттағы гумконвой менән оҙатырға әҙерләнәләр. Афарин, Бөрйән моряктары!

