Яңы уҡыу йылы алдынан Әбделмәмбәт ауылында йәштәр менән эшләүсе белгес "Һаҡ булығыҙ!" и... — 26 августа 2026 г. в 05:36:35.067
Яңы уҡыу йылы алдынан Әбделмәмбәт ауылында йәштәр менән эшләүсе белгес "Һаҡ булығыҙ!" исемле әңгәмә-фекер алышыу ойошторҙо. Был сараның маҡсаты - мутлашыуҙы, терроризмды һәм экстремизмды, шулай уҡ хоҡуҡ боҙоуға килтергән башҡа факторҙарҙан иҫкәртеү. Йәнле аралашыу барышында йәштәр үҙҙәрен боросған хәүефле уйҙары менән уртаҡлашты һәм һорауҙарға тулы яуап ала алды. Унан тыш йәштәргә мәғлүмәт буклеттары таратылды. Улар был юҫыҡта белгәндәрен нығытырға ярҙам итә. Йәштәр белгесе деструктив төркөмдәргә йәлеп итеү билдәләрен ваҡытында күреп ҡалыуҙы аңлатып, уяу булырға өндәне. Һаҡ булығыҙ: әгәр һеҙгә йәки яҡындарығыҙға еңел эш хаҡы, ҡурҡыныс ғәмәлдәргә йәки шикле берләшмәләргә саҡырыуҙар килә икән, был хаҡта шунда уҡ 112 һаны буйынса хәбәр итегеҙ. #Молодежьбурзян #Профилактика #Бытьтеосторожный #БашМолодежь #Антитеррор

