Бөрйәнгә «Хәстәрлек поезы» килә — 4 сентября 2026 г. в 09:45:49.422
Бөрйәнгә «Хәстәрлек поезы» килә 10 сентябрҙә «Хәстәрлек поезы» акцияһы сиктәрендә Бөрйән районында граждандарҙы ведомство-ара күсмә ҡабул итеү ойошторола. Унда Рәсәй Социаль фонды, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР буйынса медицина-социаль экспертизаның баш бюроһы, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы, район хакимиәте вәкилдәре ҡатнаша. "Хәстәрлек поезы" Ҡотан (11.00 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем) һәм Ырғыҙлы (13.30 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем) ауылдарында буласаҡ. Белгестәр халыҡҡа пенсия түләүҙәре, социаль ярҙам, һаулыҡ һаҡлау, мәшғүллек, инвалидлыҡ билдәләү мәсьәләләре, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары буйынса консультациялар бирәсәк. Белгестәрҙән консультация алыу өсөн паспорт алып барыу кәрәк. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефон: +7(347)280-88-17, +7 +7(34755)3-52-40.

