✅ 2027 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу башланды
✅ 2027 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу башланды 2027 йылдың тәүге яртыһына һәм 2027 йылға тулыһынса гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы старт алды. Республика, район, район-ара һәм ҡала гәзит-журналдарына төрлө ысул менән һәм төрлө ваҡытҡа яҙылырға мөмкин. Районыбыҙҙың “Таң” гәзитенә 2027 йылдың 1-се ярты йыллығына почта бүлексәләре аша яҙылыу хаҡтары: 1 айға – 203,01 һум; 6 айға - 1218,06 һум; 1 йылға – 2270,27 һум. I һәм II төркөм инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар өсөн ташламалар ҡаралған. “Таң”ды редакциянан килеп алырға теләүселәр редакция аша яҙыла ала. Хаҡтары: 6 айға - 792 һум, 1 йылға - 1584 һум. Район үҙәгендәге ойошма-учреждениеларҙа эшләүселәргә эш урынына илтеп биреү ысулы ла бар. Хаҡтары: 6 айға - 834 һум, 1 йылға - 1668 һум. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, шулай уҡ гәзит-журналдарға өйҙән сыҡмай ғына яҙылырға мөмкин. Бының өсөн rbsmi.ru сайтына инеп, “Подписка” бүлегендә (rbsmi.ru/catalog/po...) гәзиттең баҫма йәки электрон вариантын һайларға һәм исем, фамилия, адрес буйынса белешмәләрҙе тултырырға кәрәк. (Электрон баҫманы һайлағанда гәзит шәхси кабинетығыҙға киләсәк). Ғәҙәттәгесә, октябрь һәм декабрь айҙарында ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡтар менән яҙылыу осоро – декадалар буласаҡ. Белешмә өсөн телефондар: 8-905-354-44-95, 3-52-85.