Көрәшселәр бәйгегә сыҡты
Көрәшселәр бәйгегә сыҡты Әле "Урал" физкультура-сәләмәтләндереү комплексында ҡаһарман райондашыбыҙ, МХО яугиры Аллабирҙин Азамат Наил улы иҫтәлегенә ойошторолған милли көрәш буйынса асыҡ турнир бара. Унда Бөрйән, Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла райондарынан йыйылған йәш көрәшселәр ҡатнаша. Беҙҙең район данын Иҫке Собханғол, Ағиҙел ҡасабаһы, Әтек, Байназар мәктәбе уҡыусылары яҡлай.