Ололар ял итеп ҡайтты
Ололар ял итеп ҡайтты "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ", "Ғаилә" милли проекттары сиктәрендә бойомға ашырылған «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты оло йәштәгеләргә республикабыҙҙың билдәле урындарына сәйәхәт ҡылыу, тыуған яҡты таныу, әүҙем ял итеү өсөн яҡшы мөмкинлек бирә. 22 октябрь көнө 47 райондашыбыҙ Әбйәлил районы буйлап сәйәхәт ҡылдылар. Улар Йәлембәт ауылындағы “Зверятово” эко-фермаһында, Асҡар ауылындағы "Урал батыр" этнопаркында, “Ҡурай” ял һәм мәҙәниәт паркында һәм “Рәсүлиә” мәсетендә, Әбйәлил тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булдылар. «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты өлкән быуын вәкилдәренә ялдарын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәрергә ярҙам итә. Матур тәьҫораттар йыйып ҡайтҡан ололарға был ял бик оҡшаған.