Хөрмәтле водителдәр һәм автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре!
Хөрмәтле водителдәр һәм автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре! Октябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә беҙ Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләйбеҙ. Транспорт эше менән күңеле һәм эштәре бәйле барлыҡ кешеләрҙе, водителдәрҙе, ветерандарҙы, автоһөйөүселәрҙе байрам менән ҡотлайым! Бөгөнгө көндә транспорт системаһы беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙоң мөһим өлөшө: ул кешеләргә күп уңайлыҡ килтерә. Юлда һәр ваҡыт иғтибарлы, кешеләргә ҡарата ихлас булыусы водителдәр күп булһын. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныс юлдар, ышаныслы техника теләйем! Юлдарығыҙ асыҡ һәм хәүефһеҙ булһын!