Һалдат ҡайтты!
Һалдат ҡайтты! Кисә Кейекбай ауылында йәшәүсе Ильяс һәм Гөлдәр Хәйруллиндар ғаиләһендә шатлыҡлы ваҡиға билдәләнде - улдары Арсен хәрби хеҙмәтен тултырып тыуған өйөнә ҡайтты. Былтыр ошо ваҡытта армияға алынған егет мотоуҡсылар ғәскәрҙәре сафында өлгөлө хеҙмәт итеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә взвод командиры урынбаҫары вазифаһына барып еткән, кесе сержант званиеһы алған. Арсен Хәйруллинды имен-аман хеҙмәтен тултырып ҡайтыуы менән ҡотлайбыҙ!
425 просмотров