Хөрмәтле яҡташтар һәм районыбыҙ ҡунаҡтары! — 29 мая 2026 г. в 06:43:31.892
Хөрмәтле яҡташтар һәм районыбыҙ ҡунаҡтары! 30 майҙа Красноусол ауылына етәрәк "Лукойл" АЗС өҫтөндәге Айыутау битләүендә «Һабантуй - 2026» халыҡ байрамы була. Ғаиләгеҙ, дуҫтарығыҙ һәм яҡындарығыҙ менән рәхим итегеҙ! (6+) ҺАБАНТУЙ Ауылымдың эргәһенә, Айыутау битләүенә, Төбәгем халҡы йыйыла Һабантуй үткәрергә. Кемдер унда йырлап бейей, Кемдер көрәшкә сыға, Тәрлө уйында ҡатнашып Байрамда күңел аса. Яҙғы сәсеү эштәренә Йомғаҡтары яһала, Хеҙмәтендә алдынғылар Бүләк алып ҡыуана. Бала-сағаға ярыш күп Йәнең ниндәйен теләй, Ә йылғыр үҫмер егеттәр Һырғауылға үрмәләй. Сауҙа итеүселәр ҙә күп Һабантуй яланы ҙур, Яҡында ғына ауылым Күҙәтә һабантуйын. Тирмәләр инде кистән үк Урман буйлап ҡоролған, Бөгөн унда тормош ҡайнай, Халыҡ бик күп йыйылған. Усаҡ яғылған, самауыр Шажлап ҡайнап ултыра, Һабантуй табыны бик мул, Милли һыйҙар күп унда! Ат сабышы ярышына Һыбайлылар килгәндәр, Тоҡ менән дә бәрешәләр, Ырғый , йүгерешәләр. Ҡатыҡтан тәңкә эҙләйҙәр, Арҡандарын тарталар, Күҙҙәре бәйле көйөнсә Көршәкте лә ваталар. Кейеҙ баҫыу , балаҫ һуғыу - Оҫталар эше икән, Сағыу төҫтәге балаҫтар Күҙ яуын ала икән! Көрәш майҙаны ла ҡыҙған, Көслөләр гер күтәрә, Көйәнтәләп һыу ташыйҙар, Тоҡ кейеп йүгерешә. Яҙғы сәсеү эше бөткәс Йыл да була торған туй! Башҡортостанымда гөрләй Матур байрам - Һабантуй! Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә.

