Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле Тәтешле районы халҡы!
Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле Тәтешле районы халҡы! 💚 Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Быйыл беҙ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты декларацияһы ҡабул ителеүгә 36 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Үткән йылдар эсендә республикабыҙ ҙур үҫеш юлы үтте, иң төп байлығыбыҙҙы — халыҡтар дуҫлығын, үҙ-ара хөрмәтте, традициялар һәм мәҙәниәттәр берҙәмлеген һаҡлап ҡалды. Башҡортостан Рәсәйҙең ышаныслы терәге булды һәм булып ҡала, ил дәүләтселеген нығытыуға ҙур өлөш индерә. Бөгөн республикабыҙ ышаныслы үҫешә һәм илдең алдынғы төбәктәренең береһе булып тора. Тыуған республикабыҙҙың үҫешенә Тәтешле районы ла үҙенең лайыҡлы өлөшөн индерә. Ауылдарыбыҙ күркәмләнә, төҙөкләндереү проекттары тормошҡа ашырыла, инфраструктура нығый, йәшәү, эшләү, балалар тәрбиәләү һәм биләмәләр үҫеше өсөн шарттар булдырыла. Быларҙың барыһы ла — район халҡының уртаҡ хеҙмәте, башланғыстары һәм битараф булмауы һөҙөмтәһе. Айырыуса ҙур рәхмәт һүҙҙәре — Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға. Улар хәрби бурыстарын батырлыҡ һәм намыҫ менән үтәй, ныҡлыҡ,Ватанға тоғролоҡ күрһәтә. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ, уларға ярҙам итәбеҙ һәм тиҙ арала Еңеү яуланыуына ышанабыҙ. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, тыныслыҡ, изгелек, бәхет, именлек һәм иртәгәге көнгә ныҡлы ышаныс теләйем. Һәр ғаиләлә татыулыҡ һәм муллыҡ хөкөм һөрһөн, ә яратҡан Башҡортостаныбыҙ артабан да сәскә атһын!