Үкенеү — 4 июня 2026 г. в 09:25:30.580
Үкенеү Эх, ҡайтарып булһасы Үткәндәрҙе бер минутҡа. Улым-улыҡайымды Ҡыҫып - ҡыҫып йөрәгемә Һөйөр ҙә һөйөр инем. Шырт сәстәрен һыйпап, Тик күҙенә генә ҡарап, Улым, ҡәҙерлем, тиер инем. Эх, шул ваҡытты бер секунд, Бер минутҡа ғына булһа ла, Кире ҡайтарып булһасы. Һин миңә кәрәк-терәк, тип, Ҡайт, балам, нисек булһа ла, Мин өҙөлөп көтәм, тип, Күҙенә ҡарап әйтер инем. Күҙемдән сөбөрҙәп йәш аҡһа ла, Шатлыҡ йәше тип йыуатып, Ҡыҫып-ҡосоп һөйөр инем. Шыраулы ҡулдарын тотоп, Һыйпап өшкөрөр инем. Йөрәгемә ҡыҫып-ҡыҫып, Өшөһә, йылытыр инем. Һөйөү тулы һүҙҙәремде, Әйтеп өлгөрмәгәнемде, Башҡайҙарыңдан һыйпап, Бөтәһен әйтер инем... Һыуҙар кире аҡмағандай, Ҡайтмай шул кире ваҡыт. Тик йөрәктә, тик һүрәттә Йәп-йәш көйө, тере көйө Ҡалдың бит инде, балам. Автор: Мурзагалина Асма Сафеевна, Баймакский район РБ.

