Хөрмәтле ауылдаштар! Күренекле яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, Ырымбур дә...
Хөрмәтле ауылдаштар! Күренекле яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, Ырымбур дәүләт драма театрының художество етәксеһе Рифҡәт Исрафилов беҙҙең районға үҙенең “Служебный роман” тип исемләнгән спектаклен (рус телендә) алып килә. Тамаша 7 август Оло Ыҡтамаҡ ауылының Мәҙәниәт һарайында 18.00 сәғәттә башлана. Билет хаҡы – ни бары 300 һум, уны Мәҙәниәт һарайының кассаһында алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: 8 (34770) 2-10-84. Рифҡәт Вәкил улы 6 август үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләй. Ул күп һанлы дәүләт наградаларына лайыҡ. Шулар араһында: Халыҡтар дуҫлығы ордены, РФ-тың Дәүләт премияһы, Рәсәйҙең «Золотая маска» милли премияһы лауреаты һ.б. Ҙур сәнғәткә ҡағылыу һәм иҫ киткес талантлы яҡташыбыҙға хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмайыҡ!
Канал в каталоге Максиметера
637 подписчиков · Госорганы и учреждения