🔔 Иғтибар! Йөрәк ҡылдарын тибрәтерлек тантана — оҙаҡламай эфирҙа! 👰♀️🤵♂️✨ — 27 июля 2026 г. в 10:50:25.628
🔔 Иғтибар! Йөрәк ҡылдарын тибрәтерлек тантана — оҙаҡламай эфирҙа! 👰♀️🤵♂️✨ Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ! Быуаттар һынауынан үтеп, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған иң гүзәл, тәрән мәғәнәле милли йолаларыбыҙҙың береһен сығарылышҡа әҙерләйбеҙ. Оҙаҡламай беҙҙең эфирҙа — «Килен төшөрөү» йолаһы тураһында махсус һәм үтә ҡыҙыҡлы репортаж! Был тапшырыуҙа һеҙ ысын башҡорт туйының гүзәллеген, кейәү егеттең һынауҙар аша «Һандыҡ һатыу» мәлен, йәш килендең нәфислеген сағылдырған «Һыу юлы күрһәтеү» йолаһын һәм башҡаларҙы күрә алаһығыҙ. Йәш парҙың ихлас тойғолары һәм милли рух һеҙгә иҫ киткес күтәренке кәйеф бүләк итер! 📺 Ҡарарға онотмағыҙ! Был күркәм ваҡиғаның иң сағыу миҙгелдәренән торған ҡыҫҡаса анонсты тап әле үк беҙҙең рәсми төркөмдәрҙә ҡарай алаһығыҙ: 🌐 Бәйләнештә (ВК): vk.com/club169270726 🌐 «Макс» каналында: max.ru/id236014533_gos Беҙҙең менән ҡалығыҙ, милли йолаларыбыҙҙы бергәләп барлайыҡ! 🌸📹 МәсетлеЯңылыҡтары #БашҡортТуйы #КиленТөшөрөү #МиллиЙолалар #Анонс #ТВУрал

