🕊️ Еңеүгә табан — бергәләп! Ләмәҙтамаҡтар яугирҙәргә ярҙам итеүен дауам итә — 19 августа 2026 г. в 14:56:24.384
🕊️ Еңеүгә табан — бергәләп! Ләмәҙтамаҡтар яугирҙәргә ярҙам итеүен дауам итә Мәсетле районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙгә ярҙам итеү саралары бер көнгә лә туҡтап тормай. Был изге һәм мөһим эшкә Ләмәҙтамаҡ ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы китапханасылар ҙа ҙур өлөш индерә. Ошо көндәрҙә улар яугирҙәребеҙ өсөн иң кәрәкле медикаменттар һатып алды һәм сираттағы гуманитар ярҙамды райондағы гуманитар штабҡа барып тапшырҙы. - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - - Перевод на русский 👇

