Улыма — 26 августа 2026 г. в 06:31:59.937
Улыма Бөгөн иртән ҡояш миңә бүтән итеп ҡараны, Яҡтыраҡ та, йылыраҡ та, был хәлгә аптыраным. Үләндәр ҙә йәшелерәк, әйтерһең, булғандар, Яландағы сәскәләр ҙә шатланып йылмаялар. Тирә-яҡҡа моң таратып ҡоштар ҙа һайрашалар. Әллә миңә ҡанат үҫкән? Осорға саҡыралар Был матурлыҡ ҡайҙа булған, мин уны күрмәгәнмен? Йәй бит инде үтеп бара, әллә мин йоҡлағанмын? Күҙгә бер ни күренмәне донъяны томан баҫты. МХО-нан улым ҡайтып, шул томанды таратты. Автор: Кидрячева Мунира Хабрахмановна (г. Стерлитамак, Республика Башкортостан)

