Перейти к содержимому
Максиметер

Өмөт

Өмөт Оҙата улдарын яҡындар, туғандар, Һуғышҡа балалар, улдары китәләр. Атай-әсәйҙең телендә доғалар, Йөрәктәрҙә һағыш, билдәһеҙ яҙмыштар. Улдары алға, һуғышҡа атлайҙар, Ҡулдарҙа - ҡорал, телдәрҙә доғалар. Леп-леп өмөттәр шәмдәрҙәй яналар, Ҡорбандар салына, уҡыла аяттар. Кемдер ҡала, кемдер исемһеҙ юғала, Йөрәктә ут-ялҡын, уңалмаҫ яралар. Иң яҡын кешеләр өмөтөн өҙмәйҙәр, Эҙләйҙәр, табалар, апҡайтып ҡуялар. Күктәрҙән туҡтамай доғалар яуалар, Өмөттәр һис һүнмәй, ут булып яналар. Тиҙерәк-тиҙерәк туҡтаһын һуғыштар, Барыһын һаҡлаһын ҡорбандар, доғалар. Барыһы имен-һау әйләнеп ҡайтһындар! Автор: Асма Сафеевна Мурзагалина Баймакский район, Республика Башкортостан

410 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

637 подписчиков · Госорганы и учреждения

Ещё по теме «Госорганы и учреждения»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.