Перейти к содержимому
Максиметер

📺 ИҒТИБАР, АНОНС! | 21.10.2026 ⚡️

📺 ИҒТИБАР, АНОНС! | 21.10.2026 ⚡️ Бөгөн, 21 октябрҙә, киске сәғәт 19:15 «Сәләм» телеканалында Мәсетле районы яңылыҡтарының сираттағы сығарылышын ҡарарға онотмағыҙ! Бөгөнгө сығарылышта: 🔹 Тел ҡануниәте иғтибар үҙәгендә: Терминология хеҙмәте сауҙа объекттарында сираттағы тикшереү рейды үткәрҙе. Төп талаптар нисек үтәлә? 🔹 Аҙаҡҡы этапта: Оло Ыҡтамаҡ янындағы Әй йылғаһы аша сыҡҡан оло күперҙе ремонтлау 90 процентҡа әҙер. Объект ҡасан тулыһынса асыласаҡ? 🔹 Иман нуры: Ләмәҙтамаҡ ауылында халыҡ көсө менән төҙөлгән өр-яңы мәсет тантаналы рәүештә үҙ ишектәрен асты. 🔹 Милли рух тантанаһы: Мәсетле төбәгендә — Башҡорт мәҙәниәте көндәре! Ләмәҙтамаҡ, Яңы Мөслим, Йонос, Ҡорғат, Яңы Яуыш һәм Әжекәй ауылдары ниндәй сағыу саралар ойошторҙо? 🎥✨

442 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

636 подписчиков · Госорганы и учреждения

Ещё по теме «Госорганы и учреждения»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.