Башҡортостанда 12 июнгә тиклем янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә ҡала. — 22 мая 2026 г. в 09:08:31.619
Башҡортостанда 12 июнгә тиклем янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә ҡала. ❌Был осорҙа түбәндәгеләрҙе эшләү тыйыла: 🔥- ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге, төбәк әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә, запастағы ерҙәрҙә, юл буйҙарында, йылға һәм күл зоналарында, ҡала һәм ауыл биләмәләре, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек ширҡәттәре, предприятие һәм ойошмалар территорияларында, сүплектәрҙә һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарында усаҡ яғыу; 🧨- Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидара органдары тарафынан билдәләнгән махсус урындарҙан тыш пиротехник изделиеларҙы ҡулланыу; 🚯- төрлө тәғәйенләнештәге объекттарҙан һәм ҡоролмаларҙан урман үҫентеләренә тиклем янғынға ҡаршы араны, яныусан материалдарҙы, сүп-сарҙы, ағас, төҙөлөш һәм башҡа материалдарҙы һалыу өсөн торф эшкәртеү йәки асыҡ ятҡан урындарҙы файҙаланыу. ‼️Бынан тыш, махсус режим осоронда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған кешеләргә ҡарата административ яуаплылыҡ сараһы көсәйтелә. Ошо осорҙа административ штраф ике тапҡырға арта: - граждандарға – 20 000 һумға тиклем; - вазифалы кешеләргә – 60 000 һумға тиклем; - юридик берәмек булдырмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барған кешеләр өсөн – 80 000 һумға тиклем; юридик берәмектәргә – 800 000 һумға тиклем.

