Һау бул балалар баҡсаһы! — 29 мая 2026 г. в 08:52:36.470
Һау бул балалар баҡсаһы! Балалар баҡсаһы менән Беҙ бөгөн хушлашабыҙ... Уҡырға ла ваҡыт етте тип Тирмәкәй балалар баҡсаһының "Күбәләк" төркөмө балалары матур иртәлек-байрам ойоштороп, йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, бейеп, вальс әйләнеп, баҡсаның етәксеһенә, тәрбиәселәргә, кесе тәрбиәселәргә, барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт һүҙҙәре еткереп таралышты. Беҙ балаларға киләсәктә һаулыҡ, именлек, яҡшы уҡыусылар булып мәктәп йылдарында ла гел уңыштар теләп ҡалабыҙ. #ТирмәкәйБалаларБаҡсаһы #МБДОУдетскийсадКВТеремокАрхангельское #Архангельскийрайон #МКУОтделобразованияархангельскийрайон #группаКубэлэкМБДОУТеремок #ГодДошкольногоОбразования #ГДОБашкортостан

