"Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер" Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале ҡаланың ...
"Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер" Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале ҡаланың студенттарын "Таусылар " стадионына тупланы. Фестивалгә һәр уҡыу йорто үҙенең лайыҡлы, иң көслө командаларын тәҡдим итте.Йәш спортсылар ярыштарҙа етеҙлек һәм сыҙамлыҡ күрһәтеп, бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, үҙҙәренең юғары әҙерлек кимәлен һәм ГТО комплексы стандарттарына ярашлы физик әҙерлектәрен раҫланы.