3–12 ноябрҙә теләге булған һәр кем XI “Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара акцияһында ҡа...
3–12 ноябрҙә теләге булған һәр кем XI “Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара акцияһында ҡатнаша ала. “Ҙур этнографик диктант”тың маҡсаты – илебеҙҙә йәшәүсе халыҡтарҙың тарихына, мәҙәниәтенә һәм милли берҙәмлегенә кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү. Ул Рәсәй Федерацияһы халыҡтары араһында татыулыҡты, этник-ара тыныслыҡты һәм милли берҙәмлекте нығытыуға булышлыҡ итә, һәм шулай уҡ халыҡтың этнографик грамоталылыҡ кимәлен күтәрә.