Ялан батырҙары Өфө районына «Баҫыу көнө»нә йыйылды — 10 июля 2026 г. в 19:06:27.760
Ялан батырҙары Өфө районына «Баҫыу көнө»нә йыйылды Урып-йыйыу эштәренә старт биргән республика семинары икенсе йыл рәттән Башҡорт дәүләт аграр университетының уҡыу-ғилми үҙәге ҡарамағындағы тәжрибә баҫыуында үтә. Күләмле форумда ауыл хужалығын үҫтереү буйынса фәнни асыштар, заманса техника, яңы сорттар, минераль ашламалар менән танышырға мөмкин.