Башҡортостанда сираттағы кампания - "Йәшел ураҡ"ҡа старт бирелә — 4 июня 2026 г. в 17:18:01.175
Башҡортостанда сираттағы кампания - "Йәшел ураҡ"ҡа старт бирелә Быйыл республика хужалыҡтары 650 мең тонна бесән, 1 миллион 100 мең тонна сенаж һәм ошо сама силос әҙерләргә тейеш Мал аҙығы өсөн тәғәйен культуралар майҙаны ла билдәле. Бының өсөн 650 мең гектар ер бүленгәйне. Ширҡәттәрҙең йәнә бер бурысы – һәр шартлы мал өсөн кәм тигәндә лә 28 центнер аҙыҡ хәстәрләү. Башҡортостан ширҡәттәре ураҡҡа июль уртаһында төшәсәк. Урып-йыйыуға "Баҫыу көнөндә" рәсми старт бирелә. Форум быйыл Башҡорт Дәүләт аграр университетының тәжрибә хужалығы ерлегендә, 10-сы һәм 11-се июлдә ойошторола.

