Питбайк ҡатнашлығында юл-транспорт фәжиғәләре һаны арта — 1 июня 2026 г. в 18:27:01.040
Питбайк ҡатнашлығында юл-транспорт фәжиғәләре һаны арта Шишмә районында 14 йәшлек үҫмер юл-транспорт фәжиғәһендә һәләк булды Хоҡуҡ һаҡлаусылар мәғлүмәттәре буйынса, егет питбайк руле артында йәнәш килгән "Лада Гранта"ға бәрелә. Һөҙөмтәлә, үҫмерҙең ғүмере шунда уҡ өҙөлә. Һигеҙенсе класс уҡыусыһына питбайкты ата-әсәһе үткән йыл тыуған көнөнә бүләк иткән Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала бер аҙна элек питбайк менән булған икенсе авария ла фажиғәле тамамланғайны.

